От первого лица

 

 

 

Хөрмәтле милләттәштәр!

 

Башҡорттар Көньяҡ Уралда аҫаба халыҡ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борондан милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро булып йәшәгән.

Милли үҙаң бөгөн дә һаҡлана. Замана шарттарында ул төрлөсә сағыла. Беҙҙең ойошма, мәҫәлән, төбәк кимәлендә милли проекттарҙы ойоштора. Йәш быуынды әүҙем йәлеп итә, милли киң мәғлүмәт сараларын үҫтерә. 

Милли юҫыҡта үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе беҙ көтәбеҙ. 

 

 

 Силәбе өлкәһе Башҡорт Ҡоролтайы рәйесе
Морис Йосопов

 

   

ТВ-передача "Уралым"  

   

Газета "Уралым"  

   

Адаптивный туризм  

   



Борцы из Челябинской области приняли участие в двух турнирах и привезли домой большое количество наград различного достоинства.7 сентября в Тюмени борцы из более чем 20 регионов России разыграли медали в шести весовых категориях по Корэш на Всероссийских соревнованиях памяти Героев России Раушана Абдуллина и Тимура Мухутдинова. Данный турнир проводился впервые, но уже позволяет победителям претендовать на звание Мастер спорта России.

Челябинскую область представляли: Салават Фазылов, Рифат Яруллин ( оба— Аргаяшский район) и Амир Закиров из Сосновского района. На счету наших ребят две медали: «бронзу» завоевали Рифат (80 кг) и Амир (100 кг), совсем немного до места на пьедестале не хватило Салавату- лишь пятое место.


По приезду в Челябинск началась усиленная подготовка к главному старту сентября— Всероссийским соревнованиям по традиционным для России видам спорта. Особенностью данных соревнований является то, что участие в них могут принимать спортсмены исключительно с пропиской в сельской местности, программа составлена так, чтобы охватить максимальное число регионов, где культивируются национальные виды спорта.


В 2019 году соревнования проходят в четырёх субъектах Российской Федерации: Амурская область (сентябрь), Башкортостан (сентябрь), Челябинская область (октябрь) и Омская область (ноябрь). Сборная команда Челябинской области формировалась ДСО «Урожай» при поддержке Минспорта и Минсельхоза региона, областных федераций по национальным видам спорта, Администраций районов.


26 сентября челябинские спортсмены прибыли в Стерлитамак (Башкортостан) для участия в соревнованиях сразу по трём видам спорта: армрестлинг, борьба на поясах и Корэш. В итоге наши земляки по результатам упорной борьбы с представителями 14 регионов России привезли из соседей республики Кубки за первые командные места в армрестлинге и борьбе на поясах, в Корэш Челябинская область заняла второе общекомандное место, уступив лишь хозяевам!




Посильный вклад в успех нашей команды по борьбе на поясах внесли: «золото»— Ринат Фазылов (68 кг), Рифат Яруллин (75 кг), Артур Турсунбаев (90 кг); «серебро»— Ильнар Суяргулов (68 кг), Зиннур Гайсин (82 кг)- все пятеро представляют Аргаяшский район; «бронза»— Михаил Губайдуллин из Нагайбакского района (свыше 100 кг).


Параллельно с борьбой на поясах, на соседнем ковре проходили соревнования по Корэш, и многим нашим ребятам приходилось в течении нескольких минут проводить свои поединки по двум различным видам. Тем не менее челябинские борцы и в Корэш завоевали медали: «золото»— Ильнар Суяргулов (65 кг), Рифат Яруллин (75 кг); «бронза»— Ринат Фазылов (75 кг), Зиннур Гайсин (85 кг), Амир Зарипов (100 кг) и Михаил Губайдуллин (свыше 100 кг).


Поздравляем всех ребят и их тренеров (Егор Оспинников и Зинур Гайсин) с заслуженными наградами! Желаем всем здоровья и хорошей подготовки к Чемпионату России по Корэш ( декабрь, Казань).

Уважаемые Дамир Гиляжетдинович и Альфия Хисамовна!

Искренне поздравлем Вас с днем рождения!

Ваши труды бесценны перед башкирским народом. Вы не раз принимали высоких гостей в юрте курултая Чебаркульского района. Ваше беззаветное служение обществу, безукоризненность в выполнении профессионального долга, широкий кругозор, эрудиция и опыт помогают Вам в педагогической и общественной деятельности. Наградой за Ваш труд служит непререкаемый авторитет в профессиональном сообществе.

Желаем Вам доброго здоровья, неиссякаемой энергии, благополучия Вам и Вашим близким, дальнейших творческих успехов!

Айҙар Әнғәм улы Мәхийәнов Иҙел башында спорт комплексы төҙөүгә иреште. Был уның күптәнге хыялы ине. «Уҡыусы балаларҙы, йәштәрҙе буш ваҡыттарын ҡайҙа уҙғарырға белмәй, насар ғәҙәттәргә бирелеп китеүҙәренән ҡурсалап ултырттым мин был бинаны. Йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә, әйҙә, һәр кем ошонда физик күнекмә алһын, тәжрибәле тренерҙар ҡулы аҫтында сынығыу мәктәбе үтһен, ата-әсәләр ҙә балаһының ҡайҙа йөрөгәнлеген асыҡлай алмай ултырмаһын, тигән ниәттән башҡарҙым мин был эштәремде. Белорет, Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә танылыр спортсмендар әҙерләп сығарыу маҡсатынан да нигеҙ һалынды был йортҡа,» – ти Айҙар Әнғәм улы.

 

 

Эйе, Айҙар үҙе лә 6 йәшенән классик (хәҙер грек-рим көрәше тип йөрөтөлә) көрәш секцияһында Петр Филлипович Иванченко  етәкселегендә спортҡа ылығып китә. Пружина кеүек тартылып торған тарамыш егет хәленә килә ул. Еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Бөгөнгө көндә ул бик юғары бейеклектәргә күтәрелгән шәхес. Белорет районы билбау һәм милли көрәш буйынса федерацияһы етәксеһе, билдәле эшҡыуар һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.



 

Күптән түгел, Үзбәкстанда билбаулы көрәш буйынса донъя беренселегенә уҙғарылған бәйгелә Рәсәй данын яҡлап 18 спортсы ҡатнашты. Команда составына Белореттан Олимпия Мәхийәнова (тренеры Мәхийәнов Айҙар Әнғәм улы), Абҙаҡтан Эльвина Ғәҙелшина (Даутов Салауат Ғәзиз улы), Учалынан Әлфинә Фәхретдиновалар ҙа (Александр Александрович Шумков) индерелгәйне. Мәртәбәле ярышҡа әҙерлек ныҡлы булды. «Олимпия» спорт комплексы хужаһы Айҙар Әнғәм улы ярышҡа китәсәк бәйгеселәр өсөн Силәбенән данлыҡлы халыҡ-ара спорт мастеры, билдәле тренер Морис Харис улы Йосоповты саҡырҙы. Иҙел башына ике тапҡыр килеп, көнөнә ике мәртәбә күнекмә үткәреп, Морис Харис улы йәш спортсыларға ғүмер буйы туплаған, келәмдәрҙә һыналған үҙ тәжрибәһе менән ихлас бүлеште. Теоретик, практик яҡтан төрлө алымдар өйрәнелде, йәш көрәшселәрҙең ярыш барышында үҙен-үҙе нисек тотоу кәрәклеге лә, психологик яҡтан һәр осраҡҡа әҙер тороу мөһимлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бар донъяға танылған көрәшсе улы атаһы аманатына тоғролоғон тағы бер ҡат раҫланы. Талапсан тренер бәйгеселәр менән индивидуаль рәүештә шөғөлләнде, көрәш техникаһының бар осраҡтарын да асыҡ аңлатты. Тәжрибәле тренер һабаҡтарын алып ҡалыу өсөн, спортты яратҡан район-ҡалабыҙҙың башҡа йәштәре лә «Олимпия»ға ашыҡты. Тик үҙенә генә билдәле баһа критерийҙары буйынса, ярышҡа барасаҡ көрәшселәргә Морис Йосопов яҡты өмөттәр бағлап ҡайтҡайны.



 

Ысынлап та, һынамсыл тренер яңылышманы: беҙҙекеләр алтын, көмөш миҙалдарын сыңлатып, оло еңеүҙәр менән ҡайтып та төштөләр. Тәүлек ярым юлда барыу, өйрәнелмәгән 45 градус эҫелектә ҡурылыуҙар – бындай кәртәләрҙең береһе лә еңеү титулын яулауға ҡамасауламаны. Олимпия Айҙар ҡыҙы бер юлы ике көрәштә лә үҙ көсөн һынап ҡараны. Тәүге көндә көрәш буйынса Үзбәкстан чемпианаты бәйгеһендә (Бохар көрәше) Олимпия 2-се урынға эйә булды, уға 65 мең аҡсалата бүләк бирелде. Икенсе көндә билбаулы көрәш буйынса донъя беренселегендә ул 70 килограмм ауырлыҡтағылар араһында Үзбәкстан, Казахстан көрәшселәрен атып бәрҙе. Финалда Рәсәй беренселеген яулаған Ҡарағай-черкес батырына ғына бил бирҙе. Абҙаҡ ҡыҙы Эльвина Ғәҙелшина 63 килограмм ауырлығындағылар араһында 1-се урын яуланы. Ул алдағы ярышта ҡатнашып, көсөн әрәм итмәй торҙо. Дөрөҫ тә эшләгән икән: беренселеккә сыҡты! Учалы сибәркәйе Әлфинә Фәхретдинова 57 килограмм ауырлыҡтар араһында 2-селеккә иреште.

Бына шулай, Морис Харис улына рәхмәттәр уҡый-уҡый, көрәшселәребеҙ Башҡортостаныбыҙға ҡанатланып ҡайтып та төштөләр.

Әйткәндәй, Айҙар Мәхийәновтың Ләйсән, Сажиҙә исемле ҡыҙҙары ауыр атлетика буйынса Рәсәй спорт мастерҙары. «Төрлө ҡыйын хәлдәрҙә үҙҙәрен-үҙҙәре яҡлай алһындар, тип бәләкәйҙән үк спортҡа ылыҡтырғайным ҡыҙҙарымды. Шөкөр, ғаиләбеҙҙә генә хәҙер мастерҙарҙан быуа быуырлыҡ», – тип ғорурлана атай кеше. Улы Рудольф техника йәнле. Үҙ проекты буйынса төрлө трактор, машиналар ҡороп ҡуя.

Балаларыбыҙға өлгө күрһәтәйек, спортты яратып үҫһендәр, замана сирҙәренә тарып ҡуймаһындар, күңелдәренә ятышлы шөғөлдәр табышыуға иғтибар итәйек!

 Фото һәм мәғлүмәт «Уралым» тапшырыуын

Подкатегории

   
© ЧООО "Башкирский Курултай"